Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе хеҙмәттәштәрен һәм битараф булмаған һәр кемде әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта булған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә ярҙам итергә саҡырҙы.
- Коллегаларыбыҙ, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, ҡулдарына ҡәләм, камера һәм ҡорал тотоп алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Беҙгә унда кәрәк булған ҡорамалдар һатып алыу өсөн үтенес килде. Һеҙҙе аҡса йыйыуға ҡушылырға һәм еңеүгә өлөш индерергә саҡырам, - ти Максим Владимирович.
Был изге эштә ҡатнашыу өсөн теләһә ниндәй банк ҡушымтаһында QR-код буйынса үтергә кәрәк. Башҡортостан Журналистар союзы иҫәбенә күсерелгән бөтә аҡса хәрби хәрәкәттәр зонаһында ихтыяж булған ҡорамалдар алыуға йүнәлтеләсәк.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев