Ниндәй генә заман булмаһын, медицина хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ алда, улар – кеше ғүмерҙәре һағында. Бөгөн иһә аҡ халатлылар яугирҙәребеҙ ғүмерен ҡурсалай, уларға медицина ярҙамы күрһәтә.
Дәүләкән ҡалаһынан 32 йәшлек “Самбо” позывнойлы табип, медицина хеҙмәте лейтенанты яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙа көс һала. Ул бала сағынан ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән һәм уны позывной итеп һайлауы ла тиккә түгел. Табип хеҙмәт осоронда ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” һәм башҡа миҙалдарға, ведомство наградаларына лайыҡ булған. Дәүләкәндәге хеҙмәттәштәре уны илһөйәр, урындағы профсоюздың әүҙем ағзаһы, төрлө спорт сараларында даими ҡатнашыусы, үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ баһалай.
“Самбо” Дәүләкәндәге 1-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала, артабан балалар хирургияһы, оториноларингология буйынса ординатурала уҡый. Студент сағында уҡ Өфөләге 18-се дауахананың травматология-ортопедия бүлексәһендә медбрат булып эшләй.
Белем алғандан һуң тыуған ҡалаһына эшкә ҡайта һәм 2016 йылдан амбулатория-поликлиника звеноһында табип-оториноларинголог булып эшләй. “Кешеләргә ярҙам итеү оҡшай, шуға күрә ошо ҡатмарлы һөнәрҙе һайланым да”, - ти ул.
Махсус хәрби операция башланғас, “Самбо” Луганск Халыҡ Республикаһына медицина бригадаһы составында урындағы халыҡҡа ярҙам итеү өсөн юллана. 2022 йылда ике ай – Красный Лучта, 2023 йылдың ғинуарында Ровеньки ҡалаһында мохтаж булғандарға медицина ярҙамы күрһәтә. 2023 йылдың июлендә иһә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар итә.
Бөгөн Башҡортостандан медицина хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәтә. Уларҙың барыһы ла үҙ эшен яратҡан, тәүлек әйләнәһенә эшләгән үҙ эше оҫталары. Һәм уларҙың һәммәһенең дә эше изгелек ҡылыуға – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға йүнәлтелгән.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев