“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең “Таусылар” бейеү коллективы “Байыҡ” абруйлы республика бейеү телевизион конкурсының икенсе һайлап алыу этабын ышаныслы үтеп, финалда сығыш яһау хоҡуғын яуланы.
Бөтә жюри ағзалары бер тауыштан сығышты юғары баһалаған. Был - тау-байыҡтырыу предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренән торған үҙешмәкәр ансамбль өсөн ҙур уңыш.
Шуныһы мөһим, “Таусылар” коллективы составы профессиональ артистарҙан түгел, ә комбинаттың төрлө бүлексәләрендәге һөнәр эйәләренән тора: байыҡтырыу фабрикаһы, химия лабораторияһы, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, шахтерҙар бар. Эш графигы ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, улар репетициялар өсөн ваҡыт таба һәм, күренеүенсә, һөҙөмтәле ижади уңыштарға өлгәшә.
“Коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уларҙың республика конкурсының финалына сығыуы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында юғары класлы белгестәрҙең генә түгел, ә бик ижади, мауығыусан кешеләрҙең дә эшләүен дәлилләй. Артистарыбыҙға финалда ышаныс, илһам һәм, әлбиттә, сәхнәлә лә, төп эштәрендә лә еңеүҙәр теләйем”, – тине предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев.
Тиҙҙән тамашасылар коллективтың сығышын Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында ҡарай аласаҡ. Ә ансамблде төп һынау ноябрҙә көтә – “Байыҡ” конкурсының финалы республиканың иң ҙур һәм мөһим сәхнәләренең береһендә үтәсәк.
Ә. Минғәлиева.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев