Тыуған илен, ғаиләһен яҡлау теләге һәм медицина белеме уны алғы һыҙыҡҡа алып килә.
Октябрьский ҡалаһы кешеһе, махсус хәрби операция биләмәһендә Александр Доставалов исемендәге батальондың хәрби взводы командующийы “Айболит” “Хәрби медициналағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский хәбәр итте.
Алексей Пальчинский һүҙҙәренсә, яугир МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. “Айболит” дәүләт наградаһына яралы хәрбиҙәрҙе ҡотҡарыуҙа профессионаллеге һәм фиҙакәрлеге өсөн лайыҡ була. Шулай уҡ ул хәрби һәм экстремаль шарттарҙа лайыҡлы эшләгәне, диагностикалау аныҡлығы һәм яралыларға ваҡытында ярҙам иткәне өсөн командованиеның рәхмәт хаты менән билдәләнә.
"Айболит" – күп балалы атай. Тыуған илен, ғаиләһен яҡлау теләге һәм медицина белеме уны алғы һыҙыҡҡа алып килә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял ваҡытында яҡташыбыҙ мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре үткәрә, унда балалар менән ауыр хәлдә нисек эш итергә, үҙеңде яҡларға һәм тирә-яҡтағыларға ярҙам итергә кәрәклеге тураһында белем менән уртаҡлаша. Медиктарҙың МХО үткәреү зонаһындағы ролен баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың беренсе ярҙам күрһәтеү һәләтенә яугирҙәрҙең ғүмере бәйле. Медицина взводы — ысын хәрби берәмек, унда үҙеңде лә, яралыларҙы ла яҡлай белергә, оборона һәм яҡлау ойошторорға кәрәк”, – тип яҙҙы Алексей Пальчинский үҙенең социаль селтәрендә.
Фото: Алексей Пальчинскийҙың телеграм-каналы.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев