Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләлренә 50-нән ашыу төрҙөге ярҙам сараһы ҡаралған. Башҡортостандың баш ҡалаһында 2023 йылдың июненән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге эшләй. Үҙәктең мөһим йүнәлештәренең береһе булып психологик ярҙам тора.
Үҙәк етәксеһе Эльза Ғәтиәтуллинаның һүҙҙәренсә, ике йыл эшләү осоронда Үҙәккә ете мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән. Улар араһында мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм уларҙың туғандары бар.
Үҙәккә йыш ҡына социаль ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, шулай уҡ юридик консультация биреүҙе һорайҙар. Мәҫәлән, Өфөлә психологик ярҙам һорап 400-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәт иткән.
Тулыраҡ уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/care/2025-09-04/7-7-me-d-n-ashyu-yaugir-m-ular-y-ya-yndary-shifahanalar-a-daualan-an-4373455

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев