Минең ирем эсергә әүәҫ шул. Ундайҙарҙың, үҙегеҙ беләһегеҙ, ярҙамынан зыяны күберәк. Шулай, ғүмер буйы эскән ир, ике малай, яуаплы эш... Йөктө бер тигеҙ тартыр, һәр береһенә тейешле иғтибар бүлер кәрәк. Түҙмәй киткән саҡтарҙа эскесе ир менән айырылышыу тураһында уйҙар ингеләне башҡа, тик малайҙарыма ҡараһам, ярай, ниндәй булһа ла атай бит әле тип, ундай ниәтемдән ваз кисә инем. Уйлаған хәлдә лә килеп сыҡмаҫ ине, сөнки бер туғандарым юҡ, атайым күптән вафат, әсәйемде көйҙөрмәйем тип ул турала өндәшмәнем, ҡыҫҡаһы, барып һыйынырлыҡ урыным, кәңәш итерлек туғаным, ҡеүәтләп тороусы яҡындарым булмағас, ундай ҡыйыу аҙым яһай алмаҫ инем барыбер.
Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2025-08-22/d-r-y-sh-lm-g-n-merem-tura-ynda-uylap-arynym-4358694
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев