Уға әле ни бары 30 йәш. Әммә бик күп тормош һынауҙарын үтеп өлгөргән. Гвардия прапорщигы Ришат Фәүзетдинов - махсус хәрби операция ветераны, Һауа-десант ғәскәрҙәре менән уның онотолмаҫлыҡ ғүмер йылдары бәйләнгән. Ҡариҙел егете легендар ғәскәргә мәктәпте тамамлау менән үк барып эләгә, 11 йыл ғүмерен тап ошо хеҙмәткә арнай.
Яңы Бәрҙәш ауылындағы 1-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң армия хеҙмәтенә саҡырыла. Көнбайыш хәрби округының 64044-се ғәскәр часендәге уҡыу ротаһында курсант булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ контракт буйынса шул уҡ часта өлкән разведчик-снайпер вазифаһында хеҙмәт итә. Төрлө хәрби бурыстарҙы үтәргә тура килә.”Хәрби отличие өсөн”, “I дәрәжә Хәрби батырлыҡ өсөн”, “II дәрәжә хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалдары менән наградланған.
2016 йылда Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына “Техник” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Училищены отличие менән тамамлағандан һуң артабан хеҙмәт итеү өсөн Камышин ҡалаһындағы 74507-се хәрби часты
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев