Дүртенсе класты - тыуған ауылында, унан һуң Ишембай ҡалаһындағы уҡыу йорттарының береһендә кадет класында белем ала үҫмер. “Отҡор булды, дәрестә үк белемде башына һеңдерә, өйгә эшен эшләп ҡайта ине. Әрләп үҫтермәнем. Өс хәрби юғары уҡыу йортона документтарҙы тапшырҙыҡ”, - ти әсәһе Рузия Ғилметдин ҡыҙы. Конкурс ҙур булһа ла шәхси зачет, Маҡтау грамоталары, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса Алмаз Новосибирск ҡалаһындағы юғары хәрби училищеһыға уҡырға инә. 2021 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш офицер йүнәлтмә буйынса Калининград ҡалаһында взвод командиры вазифаһында хеҙмәт юлын башлай.
Махсус хәрби операция башланғас, яуға барырға теләк белдерә.
Йәш офицер , взвод командиры Алмаз Ғүмәров ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалына лайыҡ булған. Уның менән бар район хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев