Иван Федоров "Геройҙар дәүере" федераль программаһында ҡатнашҡан, финалсылар исемлегенә инеүенә шатлығы сикһеҙ. Еңеү йылмаймаған, әммә унда сынығыу алыуын бәхеткә тиңләй. Ул, еңеүҙән бигерәк, конкурста ҡатнашыу мөһим булыуын билдәләй.
– "Башҡортостан геройҙары" программаһында ла ҡатнашырға ҡарар иттем, – тип һөйләй Иван Костантинович. – Уйлауымса, унда һәр контрактсы көсөн һынап ҡарарға тейеш. Программа шул хәтлем бай төҙөлгән, бер минут та буш ваҡытыбыҙ юҡ, һәр көн ниндәйҙер ярыш йәки сара менән байытылған.
"Рубль" позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның башынан алып дошманға ҡаршы алышҡан. Хәрби дәрәжәһе – кесе сержант, мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт иткән, тик һаулығына бәйле ҡайтарғандар. Ил һаҡсыһы "Жуков" миҙалы менән бүләкләнгән.
Өфө егете Иван Федоров белдереүенсә, әле һалым хеҙмәтендә эшен дауам итә. Кәләше Марина менән Валерия исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
– Беҙгә шундай ҙур һәм абруйлы мөмкинлек биргәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәтем бөткөһөҙ, ҡайҙа ғына булһам да, Башҡортостаным өсөн янып-көйәм, киләсәктә лә ҙур илебеҙ өсөн бөтә көсөмдө һалып хеҙмәт итәсәкмен, – тине Иван Константинович.
Автор
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев