* Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп Лариса Александрова һайланды. Совет депутаттары бер тауыштан уның кандидатураһын хупланы. Лариса Геннадиевна ошо районда тыуып үҫкән, быға тиклем урындағы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, район етәкселәре араһында ҡатын-ҡыҙ арта һәм улар бик яҡшы эшләй.
* Республика Башлығы район етәкселеге менән өҫтөнлөклө мәсьәләләр буйынса фекер алышты: ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереү, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, юлдарҙы, һыу, газ менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу. 429 бала уҡыған полилингваль мәктәпте төҙөп бөтөрөүҙең мөһимлеге билдәләнде. Планда – башланғыс кластар өсөн 250 балаға иҫәпләнгән төкәтмә төҙөү.
* Радий Хәбиров 300-ҙән ашыу студент уҡыған агросәнәғәт колледжы менән танышты һәм оҫтаханаларҙы яңыртыуға 27 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты, шулай уҡ ҡыйыҡты, йылылыҡ системаһын ремонтлау буйынса фекерҙәрен белдерҙе.
* Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған ете яугир ғаиләһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ул һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, республиканың геройҙар ғаиләләренә ярҙам итәсәген белдерҙе.
* Мишкә үҙәк район дауаханаһында 2027 йылда модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк. Биләмәне әҙерләй башлаясаҡтар – иҫке хирургия корпусы һүтеләсәк.
* Радий Хәбиров мари халҡының “Шукын кумалтыш” ғибәҙәт ҡылыу урынында булды. Етәксе ҡушыуы буйынса, уны мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерәсәктәр.
* Республика етәксеһе оҫтаханала мини-техника йыйған һәм махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн гуманитар йөк туплаған урындағы “Кулибин”дарға производствоны киңәйтеүҙә ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Динә Арыҫланова
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев