2017 йылдан алып эшләү дәүерендә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды республиканың етештереү проекттарына уңышлы ярҙам итә.
Ошо осорҙа фонд 59 миллиард һумға яҡын инвестициялар йәлеп иткән, шуның 23 миллиард һумы Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фондынан килгән. Фонд тырышлығы менән 202 проект тормошҡа ашырылған, һөҙөмтәлә дүрт меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килгән һәм 34 миллиард һумдан күберәк өҫтәмә һалым алынған.
Хупланған һәм ярҙам күрһәтелгән проекттар һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Туймазы районы алдынғы булып танылды. Ә бөтәһе фонд был дәүерҙә республиканың 25 муниципалитетына инвестиция проекттары өсөн ташламалы финанслау бирҙе. Инвестиция суммаһының күпселек өлөшө машиналар эшләү һәм химия тармаҡтарына тура килә.
Уңышлы хеҙмәттәшлеккә миҫал итеп “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте күрһәтергә мөмкин. Был предприятие 2021 йылда 10 миллион һумдан ашыулыҡ заем алды, ә 2022 йылда дөйөм финансланыуы 167 миллион һум тәшкил иткән проектты тормошҡа ашырҙы. 2024 йылда коллективҡа 940 миллион һумлыҡ федераль заемды раҫланылар.
Бындай саралар компанияларҙың етештереү ҡеүәтен һәм табышын байтаҡҡа арттыра. Мәҫәлән, “Альтернатива” приборҙар эшләү заводы өс йыл эсендә килемен бер миллиард һумға арттырҙы, ә “Корона” мебель фабрикаһы һәм Бәләбәй “Автокомплект” заводы күрһәткестәрен һәр береһе 400 миллион һумдан ашыуға күтәрҙе.
Алексей ГЛУШКО,
«Ойлтиммаш» предприятиеһының башҡарма директоры:
- Завод һигеҙ йыл инде эшләй. Былтыр коллектив 380 кешегә тиклем артты. Заманса технология ҡорамалдары ҡуйыла, шул иҫәптән – иретеп йәбештереү өсөн роботлаштырылған комплекстар. Продукцияның сифатын яҡшыртыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн тағы ла 17 берәмек ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.
Былтыр элекке “Искра”ның бинаһына реконструкция башланды. Административ-көнкүреш комплекстар тәртипкә килтерелә, тәҙрәләр урынлаштырылды, бүлгеләгән стеналар алынды. Түбә ремонтлана, цехтарға күсеү урындары булдырыла. Продукция һаҡлау һәм тейәп оҙатыу майҙансыҡтарын әҙерләйбеҙ.
Фото: Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев