Өфө янындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында бөтә ғаилә өсөн ҙур байрам ойоштороласаҡ.
2 августа Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә – улар 95 йыллығын үткәрә. Ошо уңайҙан "Патриот" паркы ҙур байрам маҙансығына әйләнәсәк.
9.00 сәғәттә Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары "Геройҙар уҙышы" тигән экстремаль йүгереүҙә ҡатнаша. Улар йәш быуынға көслө рухлы булыу һәм хәрби сынығыу өлгөһө булып тора.
11.00 сәғәттә ҡунаҡтарҙы ғаилә интерактив майҙансыҡтарҙа көтәләр – эҙәрмән отрядтарының күргәҙмәһе, парашют селтәре һәм браслет үреү буйынса оҫталыҡ дәресе, авиамодель, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ "Ватанды һаҡлаусылар" фонды һәм Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарының ассоциацияһы белгестәренең кәңәштәре һәр кемгә файҙалы буласаҡ.
12.00 сәғәттә Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыласаҡ, уны барыһы ла көттө. Өфө егете махсус хәрби операция биләмәһендә ҙур батырлыҡ күрһәткән. Яҡташыбыҙ 2022 йылда, үҙенең ғүмерен аямай, иптәштәрен үлем тырнағынан ҡотҡарған.
13.00 сәғәттә "Десантсы нисек һуғыша?" тип аталған мауыҡтырғыс күрһәтмә сығыштары башлана.
14 сәғәт 30 минутта "Первушино" аэродромының пилот төркөмө ҡыйыулыҡтарын күрһәтәсәк. Парашюттан һикереү, ДОСААФ-ҡа ҡараған Октябрьский аэроклубының Ан-2 самолетында осоу ҡаралған. Артабан десантсылар бүләкләнәсәк. Рәсәй Оборона министрлығының "Зәңгәр береттар" вокаль-инструменталь ансамбленең сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килер. Унда десантсыларҙың яратҡан йырҙары яңғыраясаҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, был йәһәттән тантаналы саралар бөтә ҡала һәм райондарҙа уҙғарыла.
Фото: "Башинформ".
Автор: Илдар Аҡъюлов.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев