(Гөлсирә Ғиззәтуллинаның асыҡ хатына ҡарата фекерҙәр)
Яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены, Василий Шукшин иcемендәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалдары кавалеры Гөлсирә Ғиззәтуллинаның асыҡ сығанаҡтарға һәм рәсми мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп яҙылған асыҡ хатының төп маҡсаты – зыялыларҙы фекер алышырға саҡырыу. Унда коммерция структураларына йәки дәүләт органдарына ҡарата хоҡуҡи ғәйепләү юҡ, тиелә. Ысынлап та, Ҡырҡтытыу тирәһендә барған хәрәкәткә бер аҙ борсолоп, бер аҙ көйөнөп баҡҡан кешеләр өсөн был хат “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, сөнки һәр башҡортостанлыға үҙенең ере өсөн йән атыу хас. Илһөйәрлек – беҙҙең ҡанда. Шулай булмаһа, егеттәребеҙ бер төптән күтәрелеп ил һағына баҫмаҫ ине лә меңәрләгән ир-арыҫланыбыҙ тыуған илебеҙ өсөн баш һалмаҫ ине.
Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2025-07-29/yr-tytau-ba-yry-ilebe-al-any-4331293
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев