Яҡындары махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең күңелдәре бер минутҡа ғына ла тыныс түгел. Бүздәк районының Ташлыкүл ауылынан Лилиә Насированың күңел кисерештәрен дә аңларға була. “Телефонды эргәлә генә тотам”, ти ирен һәм улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан ханым.
Тормош иптәше менән ауылда донъя ҡороп, биш балаға ғүмер биреп йәшәп ятҡанда ире махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Һуңғараҡ өлкән улдары ла ошо юлды һайлай. Лилиә ханымдың иңендә дүрт бала ҡала. Ҡыҙҙары Эльвина быйыл Октябрьский ҡалаһында нефть колледжын тамамлаған, Нияз улдары - IX, Самир V класҡа күскән, иң бәләкәстәре биш йәшлек Вилдан балалар баҡсаһына йөрөй.
–Тормош иптәшем өс йыл элек контракт буйынса МХО-ға юлланды. Александр Доставалов батальонында водитель булып хеҙмәт итә. Алдан уҡ барам тигән ниәте булды. “Балаларыңды кем күтәрер?” тиһәм дә, ниәтенән кире ҡайтманы. Аҙаҡ үҙем дә ризалаштым. Балалар күмәк булғас, тәүге осорҙа ныҡ ҡыйын булды. Бәләкәй улыбыҙға ул ваҡытта ике генә йәш ине. Декреттан һуң үҙем дә эшкә сыҡтым. “Нерал-Бүздәк” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәт итәм. Тормош иптәшем бер нисә тапҡыр ялға ла ҡайтып китте. Тәүге ҡайтҡанында айырыуса ныҡ көтөп алдыҡ. Иртәнге биштә ҡайтып төшкәс, төнө буйы йоҡламаныҡ. Күмәкләшеп юл сатына сығып ҡаршы алдыҡ. Ике аҙна күп түгел, шул ваҡытта өйҙәге эштәрҙе лә башҡарырға тырыша. Ауылда эш күп. Малды ла күпләп аҫрайбыҙ. Был йәһәттән балаларым да ныҡлы терәк. Кәрәк икән, хатта һыйырҙы ла һауып ҡуялар. Һынауҙар сабыр булырға өндәй. Махсус хәрби операция тормош иптәшемдең дә холҡон үҙгәртте. Бөтә нәмәгә лә тыныс, сабыр итеп ҡарай, – Лилиә Ринат ҡыҙы.
“Босс” позывнойлы яугир-атай ике награда алып та өлгөргән. “Икенсе дәрәжә хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалын өйҙә яҡындары ҡәҙерле генә урында һаҡлай. Икенсе наградаһына күптән түгел лайыҡ булған, шуға әле яҡындарына ла күрһәтеп өлгөрмәгән.
“Әсәһенә ҡарап тун бескән, атаһына ҡарап уҡ юнған” тигән халыҡ мәҡәле бар. Атайҙарына ҡарап, балалары ла патриот булып үҫә. Өлкән улдары былтыр йәй армияға ил алдындағы бурысын үтәргә юлланған, һуңынан контракт төҙөп үҙен хәрби тормошҡа бағышлай. Ростовта, Ҡырымда хеҙмәт итә. Һуңынан махсус хәрби операцияға юллана. Отпуск мәлендә тыуған йортона ҡайтып, әсәһенә бесән, утын әҙерләшеп китә.
Хәрби юлды күптән түгел һайлаһа ла, йәш яугир генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған.
– Улымдың бала саҡтан дуҫтары ла күп булды. Өйҙә лә ныҡ ярҙам итте. Мал уның яуаплылығында булды. Әлбиттә, бәләкәйерәктәре лә уға ярҙам итеште. Мәктәптә уҡығанда спортты яратты. Волейбол, баскетбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Армияға ла ашҡынып барҙы. “Барам, хеҙмәт итәм” тигән ҡарары ныҡлы булды. Ирем менән дә, улым менән дә бик ғорурланам, – ти әсәй кеше.
Өс балалары тыуғас, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, дәүләттән субсидия алып матур итеп йорт төҙөгәндәр. Балаларға йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырырға тырыша уңған ғаилә.
Улы, ире яуҙа булһа ла йорттарын тағы ла матурларға, донъяларын бөтәйтергә тырыша Лилиә ханым.
Яҡташтары ла иғтибарҙан өҙмәй. Район үҙәгенән социаль координатор шылтыратып хәлдәрен белешә, “Ғаилә” үҙәгенән дә балаларҙы мәктәпкә әҙерләгәндә кәрәк -яраҡ менән ярҙам иткәндәр. Үҙе эшләгән “Нерал-Бүздәк” хужалығының да терәген тоя. Байрамдарға күстәнәс, бүләккә сертификат тапшырһалар ҙа күңел була. Бигерәк тә 1 сентябрь алдынан иғтибар айырыуса ныҡ һиҙелә. Былтыр утын һорап мөрәжәғәт иткәс, райондан был мәсьәләне хәл иткәндәр. Ауыл хакимиәте лә үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Әйткәндәй, Лилиә Ринат ҡыҙына үткән йылда “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылыуы ла ғаилә өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булған.
– Элек күмәк бала үҫтерермен тип уйламағайным. Улар һәр береһе донъябыҙға үҙенсә йәм, ҡот өҫтәй. Хәҙер улар үҙҙәре миңә донъя көткәндә ҙур терәк. Ҡыйын саҡта әсәйем дә ярҙамға килеп етә. Бергә булғанда ауырлыҡтарға бирешмәбеҙ. Иң мөһиме - донъялар тынысланһын. Ирем, улым, башҡа яугирҙәр иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтһын, – тигән изге теләктәрен юлланы Лилиә Насырова.
Яуҙан ғәзиздәрен өҙөлөп көткәндәрҙең йөрәк түренән сыҡҡан теләктәре тиҙерәк тормошҡа ашһа ине.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев