♦ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Конституция суды рәйесе Хәйҙәр Вәлиевте, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырым Республикаһының юбилей миҙалы менән наградланы.
♦Башҡортостандың 754 142 кешеһе дарыуҙы ташламалы нигеҙҙә ала. Июлдең һуңғы аҙнаһында дәүләт аптекалары 52,5 мең рецепты хеҙмәтләндергән һәм дөйөм суммаһы 278,4 миллион һум булған 106,9 мең дарыу ҡабы биргән. Дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың контролендә тора.
♦Ошо аҙнала “Һаулыҡ поездары” Саҡмағош, Балтас, Күгәрсен, Мәләүез, Балаҡатай, Бәләбәй һәм Йылайыр райондарында булды. Апрель аҙағынан алып мобиль табиптар 214 ауылда 117 мең кешене ҡараны һәм онкология, диабет, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса 2 900 шик осрағын тапты.
♦Башҡортостан Башлығы Башҡортостандың район һәм ҡалалары етәкселәрен баҡсасылар өсөн түләүһеҙ сауҙа майҙансыҡтары ойоштороу кимәленең түбән булыуы өсөн тәнҡитләне.
♦Өфө районында уҙғарылған “Баҫыу көнө-2025” сараһында өс меңдән ашыу кеше һәм тармаҡтың 70 компанияһы ҡатнашты. Республика етәксеһе ҡушыуына ярашлы, сараның төп майҙансығында баҡсасылар өсөн күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр ҙә ойошторола.
♦Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төбәк ярҙамының 54 сараһы эшләй. Бер нисә мәғлүмәт: эш табыуҙа ярҙам һорап мәшғүллек үҙәктәренә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан 565 кеше мөрәжәғәт иткән, 197 яугир белем алыу сертификатына эйә булған, 1 900 кешегә социаль ярҙам күрһәтелгән, 19 меңдән ашыу кеше консультация һәм психологик, 3,5 меңдән күберәк кеше түләүһеҙ юридик ярҙам алған.
♦Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлегенең үҫеш йоғонтоһо 4,5 миллиард һум тәшкил итте. Республика үҙен Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингының иң алдынғы биш төбәгенең береһе итеп күрһәтте.
♦Башҡортостандың хеҙмәт отрядтары 25 меңдән 112 мең һумға саҡлы эш хаҡы ала. Түләү күләме эшмәкәрлек өлкәһенә бәйле. 5 600 студент биш йүнәлештә эшләй: ауыл хужалығы, етештереү, сервис, педагогика һәм медицина. Быйыл йәй республикала студент отрядтары өсөн тағы ете проект булдырылды.
(Рәшит Кәлимуллин).
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев