Быйыл тәүге алты айҙа төбәктә балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр теркәлгән: яңы тыуған сабыйҙар үлеме – 14,5%, балалар үлеме 16,5% кәмегән. Бөгөнгө көндә республикала етлекмәй тыуған сабыйҙар араһында иҫән ҡалыу 95 процент тәшкил итә.
Быға нисек өлгәшелгән:
- Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеү системаһын индерҙеләр - хәҙер иҫәптә тән ауырлығы түбән йәки ауыр патологиялы 1645 сабый тора.
- Республика балалар клиник дауаханаһында йәш сабыйҙар бүлеге эшләй: 3 меңдән ашыу сабый ҡаралған, 50-һе дауаханаға оҙатылған, 114-е “Салют” үҙәгендә реабилитация үткән.
-Телемедицина үҙәге аша алыҫтан тороп консультациялар алыу әүҙем үҫешә.
Яңы тыуған сабыйҙар араһында үлемдең төп сәбәптәре - перинаталь осор торошо, тыумыштан килгән аномалиялар һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙары. Балалар араһында - йәрәхәттәр алыу, тышҡы тәьҫирҙәр, нервы системаһы ауырыуҙары һәм онкология.
Тышҡы сәбәптәрҙең үлемгә килтереүе күп осраҡта 15-17 йәшкә тура килә. Һуңғы алты йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме ике тапҡырға тиерлек кәмегән, хәҙер ул уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк.
“Был яҡшы һөҙөмтә. Мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым”, - тип билдәләне Владимир Путин Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп.
Республика хөкүмәте ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау Һәм Хеҙмәт министрлыҡтары юғары социаль хәүефле ғаиләләр менән эште әүҙемләштерә.
Нимәләр планлаштырыла:
- Адреслы медицина-социаль патронаж
- Йәрәхәттәрҙе, ағыуланыуҙарҙы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү
- Хәүеф янаған ауырлы ҡатындарҙы перинаталь үҙәктәргә һалыу
- Неонатологтарҙың, акушерҙарҙың һәм анестезиологтарҙың квалификацияһын күтәреү.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев