МХО ветераны Вадим Е. – 1 төркөм инвалиды һәм ул социаль координаторҙарҙың айырым иғтибары үҙәгендә. Филиал хәбәр итеүенсә, улар яугиргә түбәндәге ярҙамды күрһәтә:
– ветерандың әсәһенә сирлене ҡараусы һөнәренә уҡырға ярҙам иткәндәр, хәҙер әсәй Социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә эшкә урынлашҡан һәм улын һөнәрмән булараҡ ҡарай;
– Вадимға техник реабилитация саралары, тейешле дарыуҙар һәм дауаланыу алырға ярҙам иткәндәр;
– Учалы районы хакимиәте һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты булышлығында ветеран йәшәгән күп фатилы йортта уның өсөн пандус урынлаштырыуға өлгәшкәндәр.
Ихтыяр һәм рух көсө, шулай уҡ социаль координаторҙар яғынан ярҙам булыуы Вадимға автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығы алыу мөмкинлеге биргән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Учалы районындағы бүлексәһенең М.М.Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы МХО зонаһына гуманитар ярҙам алып барыуҙы ойоштора. Һуңғы осорҙа ғына ла ошо гуманитар йөктә автомобиль, тепловизорҙар, бензогенераторҙар, газ баллондары, рациялар, балта һәм ҡаҙаҡтар, эске кейем һәм термобелье, шәхси гигина әйберҙәре, балыҡ консервалары, сәй һәм кофе, кәнфит һәм башҡалар оҙатылды.
Учалы ҡалаһында һәм районында МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтәләр. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һанап китергә мөмкин:
Учалы мәғариф бүлеге (Учалы ҡалаһы, М.Мортазин урамы, 22-се йорт):
– йәш ярымдан алып сабыйҙарға балалар баҡсаһында урын биреү;
– балалар баҡсаһында бала ҡарау өсөн түләүҙән ҡотҡарыу;
– МХО-ла ҡатнашҡандарға сабыйҙарын йортҡа яҡыныраҡ балалар баҡсаһына урынлаштырыу мөмкинлеге биреү.
Федераль һалым хеҙмәтенең 20-се район-ара инспекцияһы (Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 1-се йорт):
– транспорт һалымына ташлама.
Учалы район хакимиәте (Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 20-се йорт):
– торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пени алыуҙан ҡотҡарыу.
Учалы үҙәк район дауаханаһы (Учалы ҡалаһы, Мортазин урамы, 27-се йорт):
– консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеү.
Учалы урман хужалығы (Учалы ауылы, Пртизан урамы, 16-сы йорт):
– ағас үҫентеләре биреү.
Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Учалы филиалы (Учалы ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 13-сө йорт):
– эшкә урынлашырға ярҙам итеү.
Фото: Артур Ғайназаровтың шәхси архивынан.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев