* Радий Хәбиров “Шүлгәнташ”ты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам итеүселәрҙе бүләкләне. ЮНЕСКО-ның алдағы исемлегенә Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау, шулай уҡ Воскресенскиҙағы баҡыр иретеү заводы индерелгән дә инде.
* Константин Шаһиморатов рәсми рәүештә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика Башлығының тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп билдәләнде. Радий Хәбиров был туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
* 7 ноябрҙән Башҡортостандан Вьетнамға тура рейстар тергеҙелә.
* Өфөлә тыуып үҫкән МХО яугире, Рәсәй Геройы Денис Чернавин “Геройҙар дәүере” федераль кадрҙар проекты финалына сыҡты. Республика Башлығы уның остазы ролен үтәй.
* Радий Хәбиров МХО яугирҙәре өсөн булдырылған “Башҡортостан геройҙары” проектының финалсылары менән осраша.
* Башҡортостан “Иннопром”да 5,5 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө.
* Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙы 15 авгусҡа тиклем тамамларға планлаштыралар (бер йыллыҡ ремонт алып барылған учреждениеларҙа). Әлегә эштәрҙең уртаса 84 проценты тамам. Әммә Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылының Хәким Ғиләжев исемендәге мәктәбендә һәм Бөрөнөң 8-се мәктәбендә ремонт барышы буйынса һорауҙар бар. Радий Хәбиров мәктәптәрҙе тапшырыу ваҡытын боҙоуҙы ғәҙәттән тыш хәл тип атаны.
* Быйыл бөтәһе 40 белем биреү объекты - 35 мәктәп, өс колледж һәм ике балалар баҡсаһы ремонтлана. Эштәргә 2,2 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 1,9 миллиарды – федераль ҡаҙнанан.
* Уҙған аҙнала М-12 трассаһының Дүртөйлө – Әчит участкаһы асылды. Киләһе аҙым – биш йыл дауамында Өфөнө М-12 трассаһы менән беренсе категориялы дүрт-алты һыҙатлы юл менән тоташтырыу.
* Радий Хәбиров Бөрөлә Ленин урамын төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Был хаҡта ҡала халҡы республика етәксеһенең ундағы эш сәфәре барышында зарланды. Бөрө районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников хәбәр итеүенсә, мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡарала башлаған.
* Быйыл Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе 26 августа Бөрөлә үтә. Былтыр ул Стәрлетамаҡта уҙғарылғайны.
* Башҡортостандан 159 сығарылыш уҡыусыһы БДИ буйынса 100 балл йыйған – был яңы рекорд. Былтыр ундайҙар һаны 155 ине. Уҡыусыларҙың 40 проценты профилле математика һәм тәбиғәт-фән предметтары буйынса имтихан тапшырған: республика был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Рәүилә Ғатауллина.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев