Улар түбәндәгеләрҙе тәшкил итә (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы):
• граждандар өсөн: 40 мең һумдан 50 меңгә тиклем;
• вазифалы кешеләр өсөн: 60 мең һумдан 90 меңгә тиклем;
• юридик шәхестәр өсөн: 600 мең һумдан бер миллионға тиклем.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы А.Аникинаның 2025 йылдың 25 майындағы бойороғона ярашлы, 2025 йылдың 26 майынан 15 июненә тиклем Әбйәлил урмансылығының Әбйәлил, Ҡырҙас, Күсем, Буранғол, Хәмит, Ҡаҙмаш участка урмансылыҡтары биләмәләрендә, Баймаҡ урмансылығының Баймаҡ, Этҡол, Крепостной, Сибай, Темәс, Юлыҡ участка урмансылыҡтары биләмәләрендә, Бөрйән урмансылығының Әсебар, Ағиҙел, Бетерә, Ғәҙелгәрәй, Түбәнге Ағиҙел, Нөгөш, Көньяҡ Үҙән участка урмансылыҡтары биләмәләрендә граждандарҙың урмандарға барыуы, шулай уҡ транспорт сараларының инеүе сикләнә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев