Тәүҙә үк башҡорт сәнғәтен яҡтыртыу һәм Алтын фондта һаҡланған рухи байлығыбыҙҙы, боронғо йыр-моңдарыбыҙҙы, элекке артистарыбыҙ яҙмаларын тапшырыу маҡсатында асылған каналда хәҙер башҡа телдәге йырҙар, проекттар күбәйҙе. Башҡортостанда берҙән-бер милли канал булырға тейеш тә һуң?! Һәм уның етәксеһе лә мотлаҡ башҡорт булырға тейеш! Ни өсөн башҡа халыҡ вәкиле етәксе итеп ҡуйылған? Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ!? Әгәр "Ҡурай" телеканалы ООО-ға әйләнһә, яттар ҡулында ҡалған каналыбыҙҙы бүтән бер нисек тә кире ҡайтара алмаясаҡбыҙ! Ул ваҡытта иһә милли "Ҡурайыбыҙ" сит халыҡтың көйҙәрен көйләп, ситтәр йырын ғына яңғыратмаҫ тимәгеҙ! Сараһын күрергә, урын-еренә хаттар яҙырға кәрәк, дуҫтар! Әйҙәгеҙ, бергәләп Ҡурайыбыҙҙы ҡайтарыу өсөн сараһын күрәйек, хәл итәйек был һорауҙы!
#чп
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2