Предыдущая публикация
Д.Нефедов писал в 70-х годах XIX века:
«На тысячи верст раскинулась Башкирия. С севера окаймляет ее могущественная Кама: на юге солончаки и безлюдные пустыни ее простираются до Каспийского моря; с запада катит к ней свои воды великая русская река Волга, а на восток раскрывает перед нею широкие объятия «богатая» Сибирь, первая река которой, Тобол, протекает по плодоносным долинам Башкирии и служит последней естественной границей»
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 6
“Ғәжәйеп матур тәбиғәтле,бөтмәҫ-төкәнмәҫ алтыны һәм
көмөшө,ҡиммәтле таштары һәм һәр төрлө хазиналары,саф,кеше ҡулы теймәгән
миллионлаған дисәтинә ҡара тупраҡлы ере,һоҡланғыс үҙәндәре,ҡырағай раузалар һәм
төрлө сәскәләр,еләк-емеш менән ҡапланған болон-туғайлыҡтары,ерле халыҡ бушлай
тип әйтерлек биргән шәп бағыр һәм
сөгәлгә бай меңәрләгән йылғалары һәм шишмәләре булған илде һеҙ беләһегеҙме?..Был ил-Башҡортостан...
Һуш китмәле ,ғәжәйеп илаһи ил!../Нефедов Ф.Д.Башкирская старина.Русские ведомости,1881,24
ноября/.
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы —
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы —
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан — гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан — гөлбостан,
Р
...ЕщёБашҡортостан.Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы —
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы —
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан — гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан — гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан — нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан нигмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан — йәмбостан,
Илһамстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!
Ҡыуан аңлап, эй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә өҫтөңә
Мендерербеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинеңсөн —
Йәшәтербеҙ намыңды!
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!
Шаихзада Бабич.