Предыдущая публикация
Ғүмер буйы кеше һынала.
Раббым, зинһар балам-ғәзиземде Хәсрәттәре аша һынама.
Уҙмаҫ ауыртыуҙар бирмә уға,
Борсоларға һалма баламды
Сәләмәтлҽк,иман,ғүмҽр тҽләп
Тыуҙырҙым бит ергә улымды.
Бала өсөн тиеп йәшәй әсә,
Уға бәйләп тормош мәғәнәһен.
Башҡа һынауыңа түҙәм, Раббым,
Һаҡла балам -йөрәк -йәнҽмдҽ.
Алһыу Иҙрисова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 19