29-сы ғинуар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова «Ғүмерҙең йәмле сағы» тип аталған өр-яңы концерт программаһына саҡыра. Дөрөҫөрәге, ошо исем аҫтындағы йырҙар китабының исем туйына. Йыйынтыҡ Сәйҙә Ғәле ҡыҙының тамашасыларына яһаған беренсе бүләге. Китап бар! Йыр бар! Илһамлы артистар бар! Һәм, әлбиттә, бөтөн был ижади төркөм булдырған концерт та бар!
– Был йырҙар минең күңелемдән сиртеп сыҡҡан, саф шишмә һымаҡ үҙенә-үҙе юл ярып ағылған инештәр. Йәндәренә моң тулышҡанда, кисәләрҙә, мәжлестәрҙә алһындар ҙа йырлаһындар өсөн мин уларҙы китапҡа тупланым һәм тамашасыларға тәҡдим итәм, – тип, сәләмдәрен еткерә Сәйҙә Ильясова үҙе.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев