1 ноябрь - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, филармониябыҙ ветераны Вәлит Илембәтов матур ғүмер байрамын билдәләй.
🌷Бар коллектив исеменән Вәлит Хәлит улын юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ!
👏🏻👏🏻👏🏻👏🏻👏🏻
Вәлит Хәлит улы Илембәтов Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – зәңгәр тауҙар иле – Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын һәм аспирантураны тамамлай. Филология фәндәре кандидаты, 1998 йылда «Башҡорт йырҙарының шиғриәте» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1982 йылда Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшкә килә. 1990 йылдан - «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» төркөмөнөң (2004 йылдан эстрада сатира театры) художество етәксеһе.
Вәлит Илембәтов күп яҡлы артислыҡ һәләтенә эйә, төрлө интермедияларҙа йөҙләгән образ тыуҙыра, алып барыусы сифатында республиканың билдәле композиторҙарының, шағирҙарының, музыканттарының ижади кисәләрен үткәрә.
Вәлит Халит улы – сатирик хикәйәләр, шиғырҙар, интермедиялар, скетчтар, сценарийҙар, популяр йырҙар текстары авторы. Композиторҙар Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар Илембәтов шиғырҙарына йырҙар яҙған.
Министерство культуры Республики Башкортостан
#валитилимбетов #сднемрождения #юмор #кызыкмезек #сатира
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев