Артабан Рәмил Ғәли улы Балапанов тураһында һөйләрбеҙ.
Сибай автотранспорт предприятиеһына ул күптән түгел, быйылғы йылдың февралендә эшкә урынлашҡан. Һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы ир, алыҫ Төньяҡ шарттарында йөк машиналары, бензовоз, вахта автобусында водитель булып эшләһә лә, уны тыуған яҡтары үҙенә тарта. Шуға ла ул ике уйлап тормай, Сибайға ҡайтып эшкә урынлаша.
Беҙҙең геройҙың да, бөтә хеҙмәттәштәре кеүек үк, йоҡонан иртә тора торған ғәҙәте бар. Рәмил Балапанов YUTONG маркалы туристик автобуста Сибай - Өфө рейстарын башҡара. Автобуста бер яҡҡа ғына 550 саҡрым юл үтә. Егәрле, уңған, талапсан кеше булараҡ, ул үҙе йөрөткән заман техникаһына бик һаҡсыл ҡарай. Пассажирҙар менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән Рәмил Ғәли улы, тәү сиратта автобус водителе һөнәренең абруйлы һәм бик кәрәкле икәнлеген яҡшы аңлай.
Талапсан, хәстәрлекле атай кеше булараҡ, ул мөмкин тиклем күберәк ваҡытын ике улы менән бергә үткәрергә тырыша.
"Ғаилә - минең өсөн иң ҡәҙерле ҡиммәтем. Ғәзиздәремдең миңә булған яуап мөхәббәте мөғжизәләр тыуҙыра, мине йәшәтә һәм көс бирә. Ҡәҙерле кешеләремдең даими ярҙамы менән мин арығанлығымды тоймайым һәм төрлө ауырлыҡтарҙы еңел кисерәм.Туғандарымды һәм яҡындарымды бәхетле итеү тормошомдоң төп маҡсаты", - тип ихлас үҙенең күңелендәге хистәре менән уртаҡлашты Рәмил Ғәли улы Балапанов.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев