Башҡортостан ил төбәктәре араһына ИКЕНСЕ УРЫНДЫ яулаған! Был турала РФ Мәғариф министрлығы кәңәшмәһендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко хәбәр иткән.
БДИ йомғаҡтары буйынса рейтингта бер нисә критерий иҫәпкә алына, мәҫәлән, һәр предмет буйынса уртаса балл, 100 баллы эштәр проценты һ.б.
Элегерәк хәбәр итеүебеҙсә, республикала 17 меңләп уҡыусы БДИ тапшырҙы. 159 уҡыусы 100 балла алды (элгәрге йылда 155 ине). Төбәгебеҙҙә тәүге тапҡыр бер уҡыусыбыҙ, 153-сө Өфө лицейынан Алексей Лобов, 300 балл йыйҙы.
Йәнә Башҡортостан вуздарына инеүгә 206 584 ғариза тапшырылды. Был үткән йылғынан бер сиреккә күберәк. Республика колледждарға бирелгән ғаризалар һаны буйынса ла алдынғы урындарҙың береһен алды.
Башинформ таҫмаһынан.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев