Предыдущая публикация
Беҙ Ботаника баҡсаһына экскурсияға барҙыҡ. 🌴Тропик үҫемлектәр үҫкән оранжереяла булдыҡ. Экскурсовод беҙҙе ғәжәп үҫемлектәр донъяһы менән таныштырҙы, һәр береһенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Шунан беҙ баҡса биләмәһе буйлап йөрөнөк. Бында бик матур, төрлө ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр үҫә🌵🌱🌷.
Артабан Миңнеғәли Шайморатов һәйкәленә юлландыҡ. Бөтәбеҙгә лә бик оҡшаны. Сәфәр шәп булды!
Сәйәхәт өсөн Лиана Марсовнаға һәм Айгөл Фәнисовнаға ҙур рәхмәт!
ҠОТЛОЗАМАНОВА Фаягөл,
Абзан мәктәбенең “Йәйләү” йәйге лагерында ял итеүсе 7-се синыф уҡыусыһы.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев