Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Һуңғы 7 йыл дауамында Йылайыр районы был программала әүҙем ҡатнаша һәм ошо аралыҡ эсендә районда барыһы 66, 9 миллион һумлыҡ 61 проект тормошҡа ашырылған. 2020 йылда программа буйынса еңеүсе булманы, шулай ҙа 2019 йылдың ике проекты буйынса тамамланыу эштәре башҡарылды. Ул Дмитриевка ауылы юлын ремонтау һәм Ҡыҙҙар-Биргән ауылы зыяраты ҡоймаһы алыштырылды. 2021 йылында был программа буйынса Йылайыр районының 13 ауыл биләмәһе актив ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әлеге көндә проекттарҙы һайлап алыу буйынса йыйылыштар үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалары хәл ителә.
Быйыл да ауылы халҡы ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ошо программала тағы ла ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл иһә, Бәрҙәш һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре ауыл зыяраттарын төҙөкләндереү төп үҙәгенә ҡуйҙы, ә Үрге Ғәле, Һабыр ауылы биләмәләре ауыл мәҙәниәт йорттарын, Матрай ауылындағы дауахананы ремонтлау мәсьәләләрен күтәрҙе. Ивано-Ҡыуалат, Кананикольск, Үркәс ауылдарында йәшәүселәргә янғын һүндереү машинаһы өсөн модулле гараж төҙөү мөһимерәк. Ә Дмитриевка ауыл биләмәһе халҡы Мәсетбар ауылында урам яҡтыртҡыстарын алыштырыуға тауыш бирҙе. Балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү тураһында хәстәрләгән проекттар ҙа тикшереүгә сығарылды. Яманһаҙ ауылында йәшәүселәр тап ошо проблеманы күтәрҙелә инде. Юлдыбай ауылы халҡы иһә трактор тағылмаһы һатып алыуҙы кәрәкле тип тапты. Район үҙәге халҡы хоккей майҙансығы эргәһенә бөтә уңайлыҡтары булған йылы модулле сисенеү урыны төҙөүҙе актуаль тип иҫәпләй.
Йыйылышта һәр һорау, тәҡдим ентекле тикшерелде. Халыҡ үҙенең актив гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Тимәк, Йылайыр халҡының урындағы башланғыс ярҙам күрһәтеү программаһының республика этабында еңеп сығыуға ышаныстары ҙур.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев