9 декабрь - Ватан Геройы көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә махсус хәрби операция ветераны яугир Галин Илгиз Вәхит улы исеменә "Герой Партаһы"н асыу тантанаһы үтте.
Сарала хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Илгиздең атаһы, ҡатыны, ике ҡыҙы, һеңлеһе, МХО ветераны Италмасов С.С., полиция ветераны Исҡужин Р. М., уҡытыусылар, йәш сәсәндәр, 1 курс кадеттары һәм 3б класы уҡыусылары ҡатнашты.
"Герой Партаһы"н асыу хоҡуғы яугирҙың ҡыҙы Галина Самираға һәм атаһы Галина Вәхит ағайға бирелде. "Герой Партаһы"на беренсе булып ултырыу хөрмәте 3б класында уҡыған уҡыу алдынғылары, активистар Һәм күп кенә конкурстар еңеүселәре Галина Самира һәм Әбүбәкиров Арыҫланға (етәксеһе В. М. Каскинова) бирелде. Иҙелбаева Р. С. етәкселегендәге мәктәптең йәш сәсәндәре яугирҙарҙы данланы.
Атаһы Галин Вәхит мәктәп коллективына улын ҙурлауҙары, ғаиләһен хөрмәт итеүҙәренә рәхмәт һүҙен еткерҙе. "Был тормошта һәр беребеҙҙең үҙ тәғәйенләнеше бар, күрәһең. Яугир булыу - мәңге йәшәү тигәнде аңлата. Улым үҙ заманының геройы һәм үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булһын, уҡыусылар үҙ иленең патриоты булып үҫһендәр", - тине. Ҡыҙы Самира йөрәккә еткереп атаһына бағышлап матур шиғыр һөйләне.
Һәр кем үҙ сығышында батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһон, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын белдерҙе.
Герой Партаһы - "Берҙәм Рәсәй" партияһы инициативаһы буйынса "Яңы мәктәп" федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән патриотик проект. Ул батырлыҡ ҡылған һәм шәхси батырлыҡ күрһәткән яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар, олимпиада, конкурс, ғилми-тикшеренеү проекттары еңеүселәре уның артында ултырыу хоҡуғына эйә була.
Сара Илгиздең шәхси фотолары һәм видеоларынан эшләнгән клип менән үрелеп барҙы.
Ошо сарала ҡатнашҡан барыһына ла, аҙаҡ табын ойошторған ашнаҡсыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Каскинова В.М.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев