2025 йыл башында үткән сходта Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы ППМИ программаһында ҡатнашып, трактор алырға тип ҡарар ҡабул иткәйне. Тиҙ арала документтар йыйып тапшырылды. Республика Хөкүмәте тарафынан проект хупланғас, биләмә халҡы аҡса йыйыу эшенә тотондо һәм ике ай эсендә 700 000 һум аҡса йыйылды.
"Таулыҡай ауылы халҡы - 321 000 һум, Сыңғыҙ ауылы халҡы - 230 000 һум, Буранбай ауылы халҡы 149 000 һум аҡса йыйҙы. Айырыуса ҙур суммала аҡса тапшырған ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ. "Ленин" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлибаев Наил Бүләк улы - 100 000 һум, Заманов Илнур Рәжәп улы -10 000 һум, Рәжәпов Булат Рәжәп улы - 10 000 һум, Уразбаев Нияз Рәжәп улы - 10 000 һум, Усманова Венера Фирғәт ҡыҙы - 5 000 һум, Аҡбулатова Вера Валерьевна 5 000 һум тапшырҙы. Аҡса йыйыуҙы ойошторған Таулыҡай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Дәүләкәнова Гөлнур Моратша ҡыҙына, Сыңғыҙ клубы мөдире Уразбаева Айгөл Мостафа ҡыҙына, Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы Уразбаева Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙына, Буранбай ауылы китапханасыһы Ғәйетбаева Зәкиә Фәйзулла ҡыҙына, Буранбай ауылы клуб мөдире Әминева Гүзәл Азамат ҡыҙына, документтарҙы теүәл һәм тиҙ арала эшләп тапшырған Сәғәҙәтова Гөлназ Йәмил ҡыҙына, Исхаҡова Гөлгөнә Әбделхәй ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Тракторҙы имен-һау ҡулланырға яҙһын! Беҙ булдырҙыҡ!", - ти Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев