Предыдущая публикация
Ҡул болғайһың ниңә саҡырып?
Йәшлек үткән...
Матурлығым бөткән!
Өмөттәрем...
Май шәм булып
Инде һүнеп бөткән.
Күк йөҙөнә ниңә саҡыраһың?
Ҡанаттарым...
Һынған...
Ҡайрылған.
Араларҙа үкһеп йылдар ятҡан,
Осоп етеп булмаҫ
Күңел ҡатҡан!?
Ҡоштар осоп етә алмаҫ ергә
Саҡыраһың нимә өмөтләнеп?!
Һүнгән һөйөүҙәрҙе ҡабындырыр
Яраларҙы ниңә ҡуҙғатаһың?
Май шәм булып һүнде инде күңел,
Өмөттәрҙе булмай тоҡандырып.
Яра ғына әрней...
Һине тойоп.
Зөлфиә Фәйрушина.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1