Машинаның кисәге УАЗик икәнен күреп ҡалдым. Ул үтеп китте. Арттағы быҫҡып янған уттары яҡтыһына нимәлер һөйрәтеп барғанын да абайланым. Тик мин алға, Сәйҙәләр, янына ынтылдым.
– Ҡотҡарығыҙ! Үлтерәләр! Люди!!!Барған еремдән туҡтап, артыма боролдом. Тауыштың ҡайҙан килгәнен аңламайынса, тирә-яҡҡа ҡарандым. Рөстәм бер ерҙә лә күренмәй.
– Ярҙам итегеҙ!Ҡысҡырыу машина тауышы менән бергә алыҫлашты. Асфальт юлдан атлау еңелләште, мин быны аңлағас, УАЗ артынан йүгерергә тотондом. Туғай боролошона еткәс, ул бер аҙға туҡтаны. Шул саҡта артынан һөйрәлеп барған нәмәнең ике кеше булыуын аңлап ҡалдым. Уңасы булмай машина ҡабат ҡуҙғалып китте. Был юлы әллә арттан йүгергән мине күрепме, ул ҙур тиҙлек менән барҙы һәм ауылдан сығып китте.
– Гөлдәриә-ә-ә-ә! – Рөстәмдең тауышына айнып киттем һәм күҙҙән юғалған машина артынан йүгереүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап ҡалдым.
– Рөстәм, унда кисәге ағай!.. Кеше һөйрәтеп китеп бара...Милицияға хәбәр ит...
сайтта: https://ye102.ru/news/obschestvo/2021-07-14/yyrt-ystar-a-be-yarly-au-yu-2402406
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев