ҠОБАЙЫР.
Барыбыҙҙы байрам көтә,
Килә туғыҙынсы май.
Һикһән йыл Бөйөк Еңеүгә,
Һаман шул иҫтән сыҡмай.
Бер һалдат, хатынҡай үҙе,
Снайпер булды һуғышта.
Һөйләйем, һайлап мин һүҙҙе,
Тыңлаусылары булһа...
***
Мерәс ауылында тыуған
Гөлзифа тигән һылыу.
Ҡыҙы ул Солтангәлейҙең,
Йәшәгәндәр бик татыу.
Азнабаев фамилия,
Туҡ-Сорандар үҙҙәре.
Тирә яҡҡа дан һалғандар,
Аҫыл ҡыҙ, егеттәре.
...Һуғыштың икенсе йылы,
Ул туҡтарға уйламай.
Шул көндәрҙә беҙҙең һылыу
Военкоматҡа атлай...
Һуғыш көтә һалдаттарҙы,
Йәш, оло ағайҙарҙы.
Мына сират килде инде,
Ҡыҙ ала винтовканы...
Һайлағандар, ти, шул кыҙҙы-
Көслө һәм зирәк булған.
Белемдәре лә етешле,
Күҙҙәре яҡшы күргән.
Снайперлыҡҡа ул уҡыған-
Гөлзифаҡай, туҡһан көн...
Өлгөрөргә лә тырышҡан:
Һуғыш көтә белмәй шул...
Алты ай уҡырҙар ине,
Килгән фронттан хәбәрҙәр,
Ҡыҫҡарҡан уҡыу ваҡыты,
Өс ай булған, ти, курстар.
Көнө-төнө теләгәндәр,
Илгә ярҙам илтергә.
Оҫталыҡҡа өйрәнгәндәр:
Винтовканан атыуға.
Теория - уҡығандар,
Кәрәк фәндәр үткәндәр.
Гел эстән, ти, теләгәндәр,
Дөмөкһөн, тип, фашистар.
Мотлаҡ предметтары була-
химик, тактик фәндәре.
Һәм дә була ҡул һуғышы
Сәйәси әҙерлеге...
Хәрби топографияны,
инженер-сапер эшен,
маскировка, ут атышыу,
“ячейка” әҙерләүен...
Курсты бөтөргән ваҡытта,
Имтихандарҙан башҡа,
Марш –бросок ҡыҙҙарға килә
Етмеш саҡрым үтәргә.
“ С полной выкладкой», тигәне
Шуны аңлата инде:
Винтовка, противогазы,
Саперҙарҙың көрәге.
Алып плащ-палаткаларын,
Һынауҙарҙы үтеүе...
Ҡыйын булһа ла, түҙгәндәр;
Эйтте уҡытыусылар,
“Һуғышта кәрәк була”, -тип,
Өйрәттеләр һәр бер саҡ.
Күп ҡабат рәхмәт һүҙҙәрен
Әйттеләр ҡыҙ-снайперҙар.
Шулайтып өйрәтелгәнгә
Ҡалдылар улар иҫән.
...Тәүге тапҡыр ҡыҙ һуғышты
Күрҙе Сталинградта.
Үтеп беренсе атыуҙы,
Фашисттарҙы күп “һалды” ...
Ҡыйыулыҡты ла күрһәтте,
Сабырлыҡҡа өйрәнде.
Сатнаһа ла ирендәре,
Винтовкаһын ул тотто.
Һыуһаһа ла ҡыҙ биктә лә,
Тән, ҡулдары талһа ла,
Күҙҙәренә саң ҡунһа ла,
Атты снайперса ғына...
Түҙемле булды Гөлзифа,
Иптәш ҡыҙҙары менән,
Һуғыштылар: бит батырҙар
Ҡыҙҙар ҙа була икән.
***
Ике йөҙ көн, ике йөҙ төн,
(17 июль 1942 нең-
1943, 2 февралендә-)
Сталинградта һуғыш барҙы,
Ҡан ҡойошло ҡаршылыҡ.
Һалдаттар бик ныҡ торҙолар,
Ауырҙы еңеп сыҡтыҡ.
“Батырлыҡ ере”,- атала
Яҡтары шул ҡаланың.
Тейеш белергә һәр бала,
Нисек еңеү килгәнен...
***
“Гөлдөң зифаһы” ҡатнашты
Һуғыштың тамуғында...
Ауырлыҡтар снайперҙарҙы
Һынанылар йыш ҡына.
Сталинградтан һуң Венгрия,
Унан һуң – Германия.
Бөйөк Ватан һуғышында
Ҡатнашты хатындар ҙа.
***
Алып килде Еңеү көнөн
Май айы, 1945- ндә.
Ҡайтты Гөлзифа өйөнә,
Үҙенең Мерәсенә...
Кейәүгә сыҡты, эшләне,
Бирешмәне бер нигә.
Ике ҡабат яраланған,
Гөлзифа – снайпер апа.
“Ҡыҙыл йондоҙ” ордены бар.
Миҙалдары, еңеү өсөн...
Китаптарҙа иҫеме бар,
Гөлзифаның, снайперҙың.
***
Яңғырарға тейеш салют
Бөйөк еңеү көнөндә.
Һәр береһен иҫкә алып,
Үтер улемһеҙ полк та.
Ҡайтҡандары, ҡалғандары-
Береһен онотмайса,
Йәшәйек ошо доньяла,
Тыныслыҡ - илебеҙгә.(Сәскә Ғүмәр)
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2