06.25)
Байрамығыҙ нисек үтте,
Тиеп, һорайҙар минән.
Кемдәр һорай? Эйе, селтәр,
Тиҙләп белергә теләй.
... Бик тә матур ҡөн һайлаған
100 йылдың юбилее.
Ҡояш, инде, ныҡ тырыша,
Йылыта туғайымды.
Ҡупшы, матур икән ауыл,
Эйе, беҙҙең Ҡараяр!
Өйҙәре теҙелеп киткән,
Ҡаршылай беҙҙе икән!
Йәм йәшел кейеҙ түшәгән
Тәбиғәт урамдарға.
Ҡәйефте беҙҙең күтәрә
Моң, әллә ҡайҙан килгән. ..
Майҙан. Майҙан! Ауыл әҙер
Үҙенең байрамына.
Байраҡтары матур-матур,
Шатлыҡ көтә күңел дә.
...Балалар ошо байрамға
Рәсемдәр төшөргәндәр.
Биҙәйҙәр улар ауылды,
Һай, талантлылар икән!
...Пластинка һәм патефоны
Эшләйҙәр элеккесә.
Аптырап та, ҡарап торҙоҡ,
Улар иҫән ҡалғанға!
Бер ағай алып та килгән
Музеен күрһәтергә.
Бына, исмаһам, был бүләк-
Оҡшар, тим, барыһына!
Саитов Файзулла ағай,
Ҙур рәхмәттәр уҙеңә!
Уңышлы булһын эштәрең,
Баларың, үҙеңә!
Тағыла Хоҙайым бирһен
Байрамдар Ҡараярға!
Экспонаттар тулып торһон,
Һәм йәшә оҙаҡ ҡына!
...Фотоларҙы әҙерләгән
Беҙҙең өсөн Ҡараяр.
Унда барыһын да күрҙек,
Иҫкә төштө үткәндәр...
...Шәжәрә байрамы, инде.
Иҫкиткеслек эшләнгән!
Бар унда Гайсин, Исанбай,
Татлыбай, Кучаровтар.
Гарифуллиндарҙы ла күрҙек,
Саитов, Иткулдарҙы,
Даутов, Агишевтарҙы,
Һәм Гайдакаевтарҙы!
Тирә яҡтағы башҡорттар
Барыһыла яҡындар!
Аптырамай ҙа кешеләр,
Хуш килдегеҙ, яҡташтар!
...Һай, Караяр бай икән!
Тирмәләре бар икән,
Унда ял итеп тә була,
Балаҫтары күп икән!
Был ауылдың хужалары
Беҙҙе лә көткән икән!
Ошо тирмәнең эсенә
Ҡояш та кермәй икән!
Һай! Күләгәлә яҡшы икән!
...Койоһо бар ауылымда.
Уртала, йәмле генә.
Һыуҙарын да тәмләп ҡарап,
Аптырай халыҡ ҡына!
“Лавҡа”лар килгәндәр күмәк,
Ни теләйһең- шунһы бар!
Шләпә, мороженыйҙар,
Тәтәйҙәр һәм балдаҡтар!
Брелоктар һатылалар
“Ҡараяр”, тип яҙылған!
Әйберҙәре күп икән,
Баҙарҙары бай икән!
Һай! Хужалар тырыш икән,
Товарҙары күп икән!
...Фәнил Әнүәр улы әйтте,
"Музейҙары шәп икән!
Ҡайһы сакта әйбер табып.
Эшләгәндәр шуны икән!?"
... Боронғо мейес һалынған,
Көршөктәре янында!
Бына һиңә, был ауылда
Оҫталары күп кенә!
Һай! Оҫталары күп икән!
... Бөрйән башҡорттар ауылы,
Ҡараяр ауылы ла.
Ғайса, Ғүмәр ағайҙарҙың
Вариҫтары күп кенә!
Өс йөҙ йыл йәшәйҙәр улар
Далаға булып хужа!
Йөҙ йыл беҙҙең Ҡараярға,
Күсеп килгәндәренә.
Йылғабыҙ шулай теләгән,
Булһын, тиеп, өс ауыл!
Өс ауылдың беренсеһе
100 үткәрә! бөгөн!
Һай! Ҡараярҙың юбилее
Барыбыҙға байрам була!
...Сәхнәләре лә бик матур,
Тырышҡан Ҡараярҙар!
Плакаттарға ла ул тулы,
Ҡара, бик ышанмаһаң!
...Концерт булды.Ҡоштар һымаҡ
Йырҙар йырланы ҡыҙҙар!
“ Беҙ бит Ҡараяр ҡыҙҙары”-,
Йырлап, бейеп торҙолар!
Һай! Маладис беҙҙең ҡыҙҙар!
Бер ҡайҙа юҡ ундайҙар!
...Миҙалдар алды хужалар,
Бик тә егәрле улар!
Ҡыш буйынса, бер ял белмәй,
Тырышып эшләнеләр!
Һай! Тырышып эшләнеләр!
Иҫке магазин урынын
Әйләнделәр стеллаға.
Ҡайһылай уңған икәндәр.
Ҡараярҙар , барыһыла!
Һай! Ҡараярҙар уңғандар!
Барыһы маладистар!
...Аштың тәмле-тәмле еҫе,
Саҡыра дастарханға.
Беҙ ҙә оялып тормайыҡ,
Урын алайыҡ шунда...
... Эйе, яңынан таныштыҡ,
Бик оҙаҡ күрешмәнек!
Балаларҙы алып килдек,
Таныш булығыҙ, тинек!
Геүләй, умартаға оҡшап,
Ҡараяр ҡунаҡтары!
Гармун тауышы ишетәм,
Йырлай теләгәндәре...
... Дискотека бик шәп булды,
Күңелде ныҡлап асты!
Йоҡо ла алманы беҙҙе,
Уныһы...беҙҙән ҡасты!
...
Ауыл байрамы нисек, тип,
Әллә кемдәр һораны...
-Бөттө, тиергә, ҡыйманым,
Тыйырға белдем телде.
Эйе, шул һорауға яуап
Эҙләйем ҡабат, ҡабат...
Тамамландымы ысынлап?
Йыраҡ киттеме, ҡайтмаҫ?
...Бөтмәне беҙҙең юбилей,
Шаулай күңелебеҙҙә.
Бөтмәне, йырлай яланда,
Яңғырай тирә яҡҡа.
Машиналарға ул һыймай,
Тыныслыҡты ла бирмәй.
Ҡайтып киткәндәр һағына,
Кире килергә теләй!
Һай! Кире килергә теләй!
Шатлыҡтарын яуа байрам,
Яңғырай ҡолаҡтарҙа.
Ҡасан тағы һеҙҙе күрәм,
Тиеп, әйткәндәй була!
Бөтә торған нәмә түгел,
Байлыҡ булды йөрәккә!
Ҡунаҡтар ҡайтып киттеләр,
Алып киттеләр бергә!
Куп кешәләр ҡатнаштылар
Ауылдың байрамында.
Ярҙам иттеләр, эшләшеп,
Көстәрен түгеп шунда.
Тик йылы һүҙҙәре килә
Әйтергә хужаларға.
Иҫән, һау булығыҙ, дуҫтар,
Рәхмәттәр яуһын һеҙгә!!!
(Сәскә Ғүмәр)16.06.25.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев