Иҫәнгилде ауылы клубы сәхнәһен шаулатып- гөрләтеп Бөйөк Еңеүзен 80 йылына, еребеҙҙең ,халкыбыҙҙың рухи хазинаһын телен, ерен һаҡлауга арналған узешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән концертыбыҙ бик матур үтте.
Ҡәҙерле әртистәрем,һеҙҙең йыр- моңдарығыҙ, бейеүҙәрегеҙ,ҡурай моңдарығыҙ,шиғырзарығыҙ, ҡыҫҡаһы, күңелдән сыҡҡан иң изге тойғоларығыҙ өсөн , тамашасыларҙың кәйефтәрен күтәреп,күңелле ял итһен өсөн ашҡынып торғанығыҙ өсөн ҙурҙан-ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Хөрмәтле тамашасыларға концертыбыҙҙы йәмләп, беҙҙе ҙурлап килгәнегеҙгә, хуплап, дәртләндереп, көс биреп алҡышлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Хөрмәтле жюри ағзалары әртистәребеҙҙең ысын мәғәнәһендә, рух һаҡсылары икәнлеген иҫбатланылар, бик зур рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Ауылыбыҙҙың исемен, данын күтәреп торғанығыҙ, ғорурланырлыҡ эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, ауылымдың йөҙөк ҡаштары!
Ысыннан да бик көслө, матур, йылдан-йыл үҫкән төркөм һеҙ!
Һоҡланам, ғорурланам һеҙҙең менән- эшләй ҙә, ял итә лә, күңел күтәрә лә беләһегеҙ!
Киләсәктә илдәребеҙ тынысланып,балаларыбыҙ имен-һау ҡайтып,
Күмәкләшеп гөрләшеп, уйнап-көлөп, йырлап- бейеп, иҫәнлек-һаулыҡ менән бергә-бергә йәшәргә яҙһын!
Һеҙгә именлек,һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхетле көндәр,аяҙ күк йөҙө,шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ә иң мөһиме- йөрәктәрегеҙ гел шулай дөрләп янып торһон!
Иң изге теләктәр менән Рәйсә Сарбаева.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2