Хәл 14 апрелдән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты контроле аҫтында. Оло һыу йорттарға инмәгән, ҡотҡарыусылар 7 кешене, шул иҫәптән 3 баланы һыу баҫҡан йорт яны биләмәһенән сығарған. Халыҡты эвакуациялау талап ителмәй. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ йорттарында ҡалырға ҡарар иткән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу алып барҙы.
Төбәктәге ташҡынға бәйле хәл тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Зәйтүнгөл Собханғолова һөйләй.
18 апрелгә ҡарата 16 муниципаль берәмектә 27 һыу баҫыу осрағы контролдә ҡала. Республикала 28 автомобиль юлын - өлөшләтә, түбән урынлашҡан 7 күперҙе, 115 йорт яны биләмәһен, 857 баҡса участкаһын һыу баҫҡан.
Уҙған тәүлектә 112 системаһына йорт яны биләмәһен һыу баҫыу тураһында 4 хәбәр килгән. Ташҡын осоро башланғандан алып йәмғеһе 931 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев