Башҡаларҙың баҫмай эҙенә,
Башҡаларҙың кермәй донъяһына,
Башҡаларҙың аумай һүҙенә.
Атлап киләм бары үҙем булып,
Бигерәк оҡшай ошо һуҡмағым.
Күтәрерлек алам шатлыҡтарын,
Күтәрерлек алам туҡмағын.
Башҡаларҙы тыңлау түгел, ҡайсаҡ
Үҙ-үҙемде килмәй тыңлағым.
Күндәм генә йөрәк ыңғай ҡуям,
Йөрәк - минең иң төп маяғым.
Яратмаған менән һүҙ ҡормайым,
Йән тартмаған ергә бармайым.
Ҡәҙерһеҙләп ғәзиз күңелемде
Ҡәҙер белмәҫтәйгә ҡалмайым.
Бер кемгә лә отчёт биргем килмәй,
Бер кемгә лә килмәй аҡланғым.
Булыр-булмаҫ һуҡыр өмөт менән
Үҙ-үҙемде килмәй алдағым.
Әрһеҙләшеп үҙем тағылмайым,
Дәғүәләшеп, көсләп тотмайым.
Һәр кем һайлай үҙе барыр юлды -
Башҡаларҙың юлын ҡыймайым.
Ҡотҡарыусы түгел, түгел ҡорбан -
Мин донъяға ике тыумайым,
Сарыф итеп аҫыл ғүмеремде,
Уңмаҫ юлды ҡабат ҡыумайым.
Үҙем теләгәнсә атлап барам,
Күңелемдең күреп рәхәтен.
Эй татлы ла күңел азатлығы -
Бигерәк оҡшай ошо халәтем!
Светлана Насырова,
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев