Ул 28 апрелдә 09 сәғәт 30 минутта - Өфөгә, 17 сәғәт 20 минутта Стәрлетамаҡҡа килә. Стәрлетамаҡта паровоз тәүге тапҡыр.
Экспозицияға инеү ирекле.
«Еңеү паровозы» алдында - бөгөнгө көндә лә эшләгән һәм байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы.
Паровозда «Үлемһеҙ полк» пассажир вагондарын, хәрби техника (совет Т-34 танкыһы, бронеавтомобиль һәм пулеметтар ҡуйылған ЗИС автомобилдәре, танкка ҡаршы пушкалар һәм хәрби прицептар, тәгәрмәсле ялан кухняһы һ.б.) тейәлгән платформаларҙы күрергә була.
Ҡунаҡтар хәрби экспонаттар менән фотоға төшә һәм 1945 йылғы ваҡытты күрһәтеүсе ваҡиғала ҡатнаша ала. Станцияларҙа шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы атыу ҡоралдары күргәҙмәһен күрергә һәм «Георгий таҫмаһы» акцияһында ҡатнашырға була.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев