Оҫта Федоровкала йәшәй һәм никах өсөн кейем магазины хужаһы, унда үҙ ҡулдары менән эшләнгән стильләштерелгән биҙәүестәр ҙә һата.
Алина Толубаева хаҡында «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитендә яҙҙылар. Ул Аҡъярҙа тыуған, бөгөн ире һәм ике балаһы менән Федоровка ауылында йәшәй. Ул никах өсөн кейем магазины хужабикәһе. Бында шулай уҡ ул эшләгән алҡалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр, брошкалар, стильләштерелгән күкрәксәләр һәм башҡа күп нәмәләр һатыла.
Алина бала сағында бәйләргә ярата, ә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен эшләргә уға иренең һеңлеһе Райхана Баймырҙина тәҡдим итә. Эш яҡшы бара, һәм бөгөн Алина үҙен яратҡан эшенән башҡа күҙ алдына ла килтермәй.
Магазинында ул ҡыҙҙарға мосолман кәләше образын тыуҙырырға ярҙам итә, тейешле аксессуарҙар һайлаша. Әммә ир-егеттәр ҙә бында күлдәктәр, стилизованный галстуктар, түбәтәйҙәр һә һайлай ала. Алина Толубаева кейемдәрҙе үҙе үҙгәртеп, кленттарға яраҡлаштырыу өсөн, тегеү эшенә өйрәнергә ниәтләй.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1