"Ринат-сыҙамлыҡ, рух көсө һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө. Күп йылдар инде ул Салауат районынын ҡурайҙа уйнап данлай. Һәр йәш артист өсөн яҡшы өлгө. Ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәргә ышанабыҙ ти, уның хаҡында Салауат районы башлығы Марс Кашапов.
Быйыл Ҡурайҙа уйнау оҫталығында Башҡортостандан Һәм Силәбе өлкәһенән 225 ҡатнашыусы үҙ -ара ярышты, улар иҫәбендә 84 солист, 13 ҡурайсылар ансамбле һәм 4 ғаилә коллективы булды. Ғаилә йылы айҡанлы, конкурс программаһына «Ғаилә ансамблдәре» номинацияһы индерелә, унда дүрт ғаилә коллективы, дөйөм алғанда 16 кеше ҡатнаша. Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
- Мәҙәни һәм музыкаль традицияларға арналған байрамдар һәм конкурстар халыҡтың мәҙәни мираҫын һәм талантын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә төп роль уйнай, - тип билдәләй Халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев. - Бындай саралар милли мәҙәниәттең ҡиммәттәрен һәм үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға һәм йәш быуынға тапшырыуға булышлыҡ итә, тине ул.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев