«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы беренсе тапҡыр 2004 йылда халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналып, уның тыуған ере – Салауат районында уҙғарылғайны. Хәҙер иһә был сара халыҡтың йыл һайын көтөп алған матур байрамына әүерелде.
«Салауат йыйыны» байрамы быйыл 16 июндә Салауат районының Ҡаратаулы ауылы янында, Йүрүҙән йылғаһы буйында үтә. Ул яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуына һәм Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Байрам БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы хакимиәте менән ойошторола.
Республика байрамы программаһы менән театрлаштырылған тамаша, ат сабыштары, көрәш, «Бауырһаҡ» конкурсы планлаштырылған. Шулай уҡ волейбол һәм футбол матчтары, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар ойошторола. Малайҙар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен «Йүрүҙән бөркөтө» конкурсында (уҡ атыу, һөңгө ташлау) һынап ҡарай ала.
Спорт ярыштарынан тыш, ойоштороусылар ижади конкурстар ҙа әҙерләй. Мәҫәлән, үҙешмәкәр коллективтар — хор, вокаль, фольклор, бейеү ансамблдәре, айырым башҡарыусылар, дуэттар, күп жанрлы конкурста ҡатнаша ала. Йәш башҡарыусылар араһында ла конкурс үткәрелә. Еңеүселәр һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән.
Бынан тыш, ауыл биләмәләренең, ойошмалар, учреждениеларҙың парады, һәр төрлө халыҡ уйындары үткәрелә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1