Предыдущая публикация
Иман йортонда йәмәғәт намаҙы уҡылды, Изге Ҡөрьән аяттары яңғыраны, ҡорбан ашы ойошторолдо. Район хакимиәте етәкселеге, Башҡортостан Диниә назаратының Бөрйән районы буйынса мөхтәсибәте һәм эшҡыуарҙар тарафынан салынған ҡорбан махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған яҡташтарыбыҙ рухына, әле МХО-ла ҡатнашыусыларҙың иҫәнлегенә бағышланды. Егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, еребеҙгә тыныслыҡ килһен, илебеҙ алға китһен, барлыҡ изге ниәттәрәбеҙ тормошҡа ашһын. Халҡыбыҙ берҙәм булһын, яҡшылыҡҡа ынтылып, татыулыҡта, именлектә йәшәһен!
Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5