9 сентябрҙә район мәҙәниәт һарайында Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева рәйеслегендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының сираттағы ултырышы үтте.
Көн тәртибендә сираттағы гуманитар конвой әҙерләү буйынса эште ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Райондың ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнил Кинйәғолов үҙ сығыштарында махсус хәрби операция зонаһына сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлашты, егеттәрҙең кәйефе, яугирҙарға яҡташтарынан, туғандарынан һәм яҡындарынан гуманитар ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне.
Аҡса йыйыу буйынса отчет менән Нурия Зәйнуллина сығыш яһаны. Ул район ойошмаларының, райондың һәм халыҡтың МХО өсөн аҡса йыйыуға индергән өлөшөн билдәләне. Ҡайһы берҙәренең, мәҫәлән, тыуған көндәргә бүләктәр рәүешендә аҡса йыйыу акцияһын ойоштороп, йыйылған аҡсаны Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы фонды иҫәбенә күсергән осраҡтарға айырым туҡталды.
Олег Марсович киләһе гуманитар конвойҙы ойоштороу өсөн йыйырға кәрәкле әйберҙәр исемлеге менән таныштырҙы, уны октябрҙең икенсе яртыһында ебәреү планлаштырыла. Кәрәкле әйберҙәр исемлегендә, элеккесә, беренселәрҙән булып маскировка селтәрҙәре тора, уларҙы кәм тигәндә 100 дана әҙерләргә кәрәк. Шулай уҡ ғаризалар исемлегендә автомобилдәр, мотоциклдар, мобиль мунсалар, дизель генераторы, таҡталар, ОСБ - плитәләр, скобалар, ҡаҙаҡтар һ. б. бар.
Сираттағы гуманитар йөк формалашыуы менән бәйле Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Бөрйән районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарҙың заявкаһы буйынса кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә.
-Яҡташ яугирҙарға ярҙамға аҡса һәм әйберҙәр йыйыуға тос өлөш индергән барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр беребеҙҙең ярҙамы мөһим!, - тейҙәр ирекмәндәр.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1