Предыдущая публикация
Был ҡайнар бышылдауҙы ишетеүен-ишетте Нуралия, әммә һүҙҙең мәғәнәһе лә, әллә ниндәй эҙемтә-һөҙөмтәләргә килтереү мөмкинлеге лә мейеһенә барып етмәне. Әле тәмәке лә, араҡы ла боҙмаған һулыш ҡайнарлығы башына сыҡты. Саҡ бәпкә йөнө генә ҡалҡа башлаған наҙлы, балаларса шыма яңаҡтар ҡағылыуҙан күңеле ярһыны. Аҙғынлыҡ түгел, ысын мөхәббәт тә тейеп өлгөрмәгән тәжрибәһеҙ ирендәр тәменә иҫерҙе. Күҙҙәрен асыуға йондоҙҙарҙың сайҡалып-сайҡалып китеүенән ул ҡапыл айныны. Рәхәтлектән айырылыуы нисек кенә ауыр булмаһын, өйгә ҡайтырға ваҡыт. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-10-09/lk-n-ye-2980909
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев