Предыдущая публикация
Бөгөн төрлө техник, технологик процестар үҫешкән осор. Тиҙҙән донъяны яһалма интеллект яулап аласаҡ тиҙәр хатта. Әммә, миңә ҡалһа, беҙҙең һөнәр яһалма интеллектҡа ҡаршы тора ала. Ул мине еңә алмаясаҡ. Сөнки мин ижад, йәғни яһалма интеллект башҡара алмаған эш менән шөғөлләнәм. Беҙҙең профессия бер ун йылдан һуң бик кәрәк буласаҡ тип уйлайым. Донъяны, ысынлап та, яһалма интеллект яулап алһа, тап шул мәлдә яһалма интеллекттан көслөрәк, фекерләү ҡеүәһе юғары булған кешеләр кәрәк буласаҡ. Шуға ла йәштәргә технологик процестарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, мотлаҡ ижади һәләттәрен үҫтереү ҙә кәрәктер тип уйлайым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев