Предыдущая публикация
Бер хәл ҡыла алмай, иҫе инәле-сығалы күпме ятҡандыр. Эргәһенә килеүсе булманы. Әллә бер үҙе ҡалғанмы?! Аңғармаҫтан ғына килеп сыҡты шул ул дошман "ҡошсоғо". Уның яҡынлашып килгәнен генә иҫләй. Артабан шартлау... Ҡалғаны төш кеүек. Нисә сәғәт ҡанһырап ятҡандыр, шулай ҙа көс табып, үҙенә тәүге ярҙам күрһәтә алып, алға табан шыуышты. Хәлһерәп, арҡаһында шулай ике сәғәттәй шыуышҡандыр. Минометсылар позицияһына осрап, ярҙам итеп ебәрмәһәләр, артабан нимә булыры билдәле ине...


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев