Ауыл ғына түгел,бөтә калхуз белгәнде Сөйөмбикә килен дә ишетте .Ишетте лә ,ай,боларҙы!Сығырынан сыҡты.Мырҙағәленән үс алыр өсөн күҙгә күренеп йомороланып киткән ҡорһағынан-бәпесенән ҡотолмаҡсы булып нимәләр генә ҡыланманы Сөйөмбикә.Фермала кашевар булып эшләй ,малға аш бешерә ине. Бер тоҡ бойҙайҙы ҡорһағына һалып келәт тупһаның һәр баҫҡысын һикерә-һикерә төштө,әҙәм көсө етмәгән ҡайын түмәрҙәрҙе икешәрен бер юлы күтәреп ташыны,шуларҙы ярҙы,ботлоҡ күнәктәрҙе тултырғансы боламыҡ һалып,ике ҡуллап ташып колодаларға ҡойҙо.Эҫе мунсала бот араһын сапты.Тыуыр бала булғас, теремек кенә ,ҡуңыр сәсле,аҡ ҡына йөҙлө,сәгер күҙле,уймаҡтай ғына ауыҙлы һылыу ғына ҡыҙ яр һалып донъяға килде.Ҡарҙар иреп бөтөп,Һаҡмар ярҙарына һыймай шашып ташҡан мәл ине!Ә көнө ниндәй ине!Күк йөҙөндә шыпа болот юҡ,ҡояштың көләс нурҙарынан бар донъя алтынға мансылған!Көнө һыпа-һылыу ҡыҙмы ни!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев