Ир телен тешләй ҙә, тик уйланмай әйтелгән һүҙ ауыҙҙан ысҡынған, хәтерҙән кире юйып булмай. Ҡатындың күңеленә төшкән шик ошо мәлдә зиһенен асып ебәргәндәй була: тимәк, Әмир уны алдаған булып сыға, тимәк, бер ваҡытта ла яратмаған. Уҡыуында файҙаланған да, кәрәге бөткәс, унан арынған, артабан үҙенә файҙалы булырҙай кәләш ҡараған түгелме? Нисек элек һуҡыр булған һуң ул: ялҡытҡыс күп һөйләй, маҡтана, берәй тапҡыр уның тураһында ҡыҙыҡһынып һорау биргәнен дә иҫенә төшөрә алмаҫ. Тыңлап ултыра торғас, ирҙе икенсе яҡтан аса үҙенә Йәмилә: иҫ китмәле, һағынып йәшәрлек бер нәмәһе юҡ икән дә үҙенә һоҡланып йәшәгән буш ҡыуыҡтың. "Оят булып китте, эргәмдә минең өсөн өҙөлөп торған ирҙе ҡыйырһытып, шул үҙен генә яратҡан әҙәмде уйлап йәшәүем өсөн" тип серен сисәсәк аҙаҡ ул әхирәтенә...
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев