Беренсе йыйында беҙ телде өйрәнеүҙе йәнләндереү, уны балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлыраҡ итеү хаҡында фекер алышҡайныҡ. Эш һөҙөмтәләре дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы иҫбатлай. Педагогтар, ғалимдар, методистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, алдынғы ҡарашлы йәштәр менән бергә республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса һөҙөмтәле система ҡора алдыҡ.
✅ Мәғариф министрлығында Милли мәғариф идаралығын ойошторҙоҡ.
✅ Республикала 9 полилингваль гимназия барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Балалар төрлө яҡлы сифатлы белем алырға тейеш. Бөгөн туған телдәрҙе лә, рус телен дә, сит телдәрҙе лә яҡшы белеү – тормошта юғалып ҡалмау, уңыштарға ирешеү өсөн төп шарттарҙың береһе.
✅ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын булдырҙыҡ. Ул кескәйҙәрҙе һәм уҡыусы балаларҙы телгә заманса, ҡыҙыҡлы, сағыу алымдар, уйындар аша ылыҡтыра.
✅ Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн йыл һайын гранттар бүләбеҙ. Талантлы яҡташтарыбыҙ уларҙы яңы методикалар, мобиль ҡушымталар булдырыуға тотона.
✅ «Интерактив башҡорт теле» проекты эшләй. Ул туған телдә аралаша башларға теләүселәргә ярҙам булып тора.
✅ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант хәҙер инде 400 мең кешене берләштерә, ә Башҡорт теле көнө яратҡан байрамыбыҙға әүерелде. Туған тел бөгөн рәсми форумдарҙа, йыйылыштарҙа даими яңғырай.
Ирешелгәндәр хаҡында һүҙҙе артабан да дауам итергә мөмкин, әммә бурыстар ҙа байтаҡ. Балалар баҡсаларында телде өйрәнеү мауыҡтырғыс, сағыу булһын өсөн, тәғәйен саралар күрергә ваҡыт. Традицион ҡиммәттәргә нигеҙләнгән «Тәрбиә һабаҡтары» программаһын милли, полилингваль мәктәптәрҙә ҡулланыуҙы киңәйтеү, Мәрйәм Бураҡаева программаһына нигеҙләнгән «Йәйләү» профилле сменаһы тәжрибәһен бар райондарға ла таратыу файҙалы булыр ине.
Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ мәҙәни-рухи мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Шуға беҙ бөгөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көнөн уҙғарырға ҡарар иттек.
Башҡорт теле уҡытыусыларына туған телебеҙҙе үҫтереү буйынса фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бергә һәм берҙәм булайыҡ. Шул саҡта ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешербеҙ.
Проводим в Уфе второй Всероссийский съезд учителей башкирского языка и литературы. Первый прошел шесть лет назад. Оглядываясь назад, мы видим, как много за это время нам удалось сделать для того, чтобы сохранить наш язык, мотивировать детей его изучать, чтобы он стал для них действительно родным. Благодарю всех преподавателей за этот огромный труд.
Сегодня мы наметили целый ряд направлений, по которым будем работать дальше. Всем удачи!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 3