Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөн Интернет технологиялары алға киткән заман булыуына ҡарамаҫтан, матбуғат баҫмалары үҙҙәренең йәмғиәткә хеҙмәт итеү буйынса күп йыллыҡ традицияларын дауам итә. Йылдан-йыл уларға ихтыяж һаҡлана һәм арта бара, матбуғат баҫмалары биттәрендә ил, республика һәм райондың көндәлек тормошо сағыла.
Барыбыҙҙың да яратҡан матбуғат баҫмаһы - “Таң” гәзите быйыл 90 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте. Районыбыҙҙың йылъяҙмаһын булдырған гәзитебеҙ бөгөн дә халыҡты әйҙәү һәм рухландырыу яғынан туҡтамай. Йәмғиәттә милли һәм рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим урынды биләй.
Байрам уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем! Хеҙмәтегеҙ һәр саҡ ижади үрҙәр, ҡыуаныстар алып килһен, ҡәләмегеҙҙең үткер булыуын һәм уҡыусыларығыҙ менән йылы мөнәсәбәттәрҙең һүрелмәүен теләйем!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев